Текст песни Adilya — Ҡалдырма (Адиля)
Йыраҡтарҙа булһаң да, ниңәлер һаман көтәм
Һин мине онотһаң да, уйларһың тип өмөт итәм
Бәхет ҡанаттар булһа, ҡош булып осар инем
Күҙләр йәш менән тулһа, тик була минең серем
Ҡалдырма мине, иркәм, йөрәгем һорай һине һаман
Ҡалырға һинең менән теләнәм ҡарап мин Аллама
Ҡалдырма мине, иркәм, йөрәгем һорай һине һаман
Ҡалырға һинең менән теләнәм ҡарап мин Аллама-у-а-а
Бәхетле булыр инем, яратам тип әйтһәң миңә
Ҡәҙерлем булыр инең булһаң, иркәм, янымда
Миңә күп тә кәрәкмәй, рөхсәт ит яратырға
Йөрәк бүтән шатланмай һин булғас йыраҡтарҙа
Ҡалдырма мине, иркәм, йөрәгем һорай һине һаман
Ҡалырға һинең менән теләнәм ҡарап мин Аллама
Ҡалдырма мине, иркәм, йөрәгем һорай һине һаман
Ҡалырға һинең менән теләнәм ҡарап мин Аллама-у-а-а…